Ҡара металлургия
Ҡара металлургия | |
Ҡара металлургия Викимилектә |
Ҡара металлургия — (рус. Чёрная металлургия) — металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдарҙы домнала иретеп, ҡорос етештереү һәм прокатлау; торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү буйынса тармағы.[1]Ҡара металл етештереү өсөн төп сеймал — тимер рудаһы, күмер һәм иретелгән металл рудаһы (мәғдәне).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер ҡаҙып сығарыу кәм тигәндә ике мең йыл элек башланған. Саф тимер һәм уның иретмәләрен алыу бороңғо металлургтарҙың баҡыр һәм уның көмөш, аҡ һәм ҡара ҡурғаш һәм башҡа тиҙ иреүсән металлдар менән эшләү тәжрибәһе ярҙамында мөмкин була.
Рәсәйҙә ҡара металлургия үҫешенең тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуатҡа тиклем Рәсәйҙә тимер етештереү кустарь ысул менән генә бара.
Суйын етештереүҙең көслө үҫеше Петр I осоронда башлана. Демидовтар Уралда заманы өсөн мөһабәт суйын иретеү мейесе төҙөтәләр — уның бейеклеге 13 м, шул уҡ ваҡытта суйын ҡойоу тәүлегенә 14 тоннаға етә. Суйын сит илдәргә экспортҡа сығарыла башлай[2].
Граждандар һуғышы йылдарында металлургия үҫешен туҡтата, һәм 1926 йылда ғына 1913 кимәленә етелә — 4,3 млн тоннанан артыҡ ҡорос етештерелә. СССР-ҙа ҡорос ҡайнатыу тәүге биш йыллыҡтарҙа интенсив үҫеш ала. Донъяла иң ҙурҙарҙан булған — Магнитогорск һәм Кузнецкий комбинаттары ; Запорожье, «Азовсталь», Кривой Рог заводтары төҙөлә. Иҫке заводтар реконструкциялана. Юғары сифатлы ҡорос сығарыусы яңы заводтар: «Электросталь», «Днепроспецсталь».төҙөлә 1940 йылда ҡорос етештереү 18,5 млн т етә, 13,1 млн прокат етештерелә.
1974 йылда СССР ҡара металл етештереү күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыға.
1990—2000 йылдар сигендә ҡорос етештереүҙе ҡырҡа рәүештә конвертер цехтарында арттыра башлайҙар һәм был металлургия комбинаттарында мартен цехтары ябылыуына килтерә. 2017 йылда дөйөм ҡорос етештереү 70 миллион тонна тәшкил иткән.
СССР тарҡалғас металлургия, комплекстары БДБ илдәре территорияларында айырылып ҡала, иҡтисади бәйләнештәр өҙөлә.
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда 17 быуатта аҙлап үҫешә башлай, 1700 йылда ҡаҙна тәүге тау заводындын төҙөй.
Ҡара металлургия башлыса Белорет төбәгендә үҫеш ала.
ХХ быуат башында 23 металлургия предприятиеһы эшләй, улар барыһы ла Иҙел башы (Белорет) менән бәйле: Белореттың үҙендәге завод, Верхотор, Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Үҙән, Әүжән-Петровск завотары эшләй. 12,8 млн бот суйын, тимер (1,2), ҡорос (4,3) сығарыла.
30‑сы йылдарҙа Белорет металлургия, Тирлән табаҡ прокатлау, Белорет ҡорос сым һәм канат заводтары үҙгәртеп ҡорола.
2004 йылда тармаҡта 67 предприятие һәм етештереүсе була, шулар араһында Белорет металлургия комбинаты, «Башвтормет» предприятиелары. Уларҙың продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.
Республика ҡорос сым сығарыу буйынса илдә алдынғы урын биләй.
Белорет металлургия комбинаты тимер мәғдәне сығарыу, суйын һәм ҡорос иретеү, йәғни тулы металлургия циклы менән шөғөлләнә һәм металл изделиелар етештереү буйынса Рәсәйҙәге иң эре метиз предприятиеларының береһе булып тора[3].
Атаҡлы металлургтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы — 1944 йылдың 1 ғинуарында тыуған, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова — 1931 йылдың 25 сентябрендә тыуған, Белорет металлургия комбинатының канатсыһы, Белорет ҡалаһының Почётлы гражданы, «Почёт Билдәһе», Ленин ордендары менән бүләкләнгән, СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып, металлокорд етештереү технологияһын үҙләштереүсе, үҙ сифат келәймәһе менән продукция сығарыу хоҡуғына эйә.Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы — 1924 йылдың 25 июлендә тыуған, БМК-ның сым һуҙыусыһы, Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Юғары Советы депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Белорет ҡалаһының Почётлы гражданы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Чёрная металлургия
- ↑ Линчевский, 1986, с. 11
- ↑ Ҡара металлургия//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 6 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чёрная металлургия// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 29-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Белорецкий металлургический комбинат// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Линчевский Б. В., Соболевский А. Л., Кальменев А. А. Металлургия черных металлов. — 2-е. — Москва: Металлургия, 1986. — 360 с.
- Татарченко Д. М. Металлургия чугуна, железа и стали в общедоступном изложении. — 3-е. — ГТТИ, 1932. — 492 с.
- Юсфин Ю. С., Пашков Н. Ф. Металлургия железа: Учебник для вузов. — Москва: Академкнига, 2007. — 464 с. — ISBN 978-5-94628-246-8.
- Карабасов Ю. С., Черноусов П. И., Коротченко Н. А., Голубев О. В. Металлургия и время: энциклопедия. Т. 6. Металлургия и социум. Взаимное влияние и развитие. — Москва: Изд. Дом МИСиС, 2014. — 224 с. — ISBN 978-5-87623-536-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чёрная металлургия//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Ҡара металлургия//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 6 август архивланған.
- «Черные металлы» — производственный журнал по вопросам чёрной металлургии (rudmet.ru)
- russianmet.ru — Отраслевой портал Чёрной металлургии 2022 йыл 25 июнь архивланған.